Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Республикала мари гимназияһы асыласаҡ

Сәйәсәт

Башҡортостанда мари милли гимназияһы барлыҡҡа киләсәк. Уның моделен әҙерләү БР халыҡтары телдәрен өйрәнеү, үҫтереү һәм һаҡлау буйынса республика программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алып барыла. Гимназияны Мишкә районында асыу планлаштырыла. Был хаҡта БР Хөкүмәте ҡарамағындағы «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» БР Законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссия ултырышында БР мәғариф министры Әлфис Ғаязов хәбәр итте.

— Милли гимназиялар асыу – программаны ғәмәлгә ашырыу буйынса мөһим бурыстарҙың береһе, — тине ул. Бөгөн республикалағы 133 гимназия һәм лицейҙарҙың 55-е милли һанала. Былар башҡорт, татар, сыуаш гимназиялары. Уларҙың матди-техник базаһына етди иғтибар бирелә. Һуңғы йылдарҙа бер милли гимназия реконструкцияланды һәм алты яңыһы төҙөлдө.  

Әлфис Ғаязов йәнә, Башҡортостандағы мәктәптәрҙең 43 проценты милли уҡыу йорто булып тора, 73 проценттан ашыу уҡыусы республикала туған телендә белем ала, тип билдәләне.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть