11 декабрь, Йәкшәмбе

27 апрель 2011 йыл, 9:25

Башҡортостан һәм Данияның «Danfoss A/S» компанияһы килешеүгә ҡул ҡуйҙы

автор: "Башинформ"

26 апрелдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Хөкүмәт Рәйесе Владимир Путин етәкселегендәге Рәсәй Федерацияһы рәсми делегацияһы составында Дания Короллегенә барҙы. Владимир Путиндың эш сәфәре барышында Копенгагенда Рәсәй менән Данияның төрлө өлкәләрҙә сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлеге перспективалары тураһында һөйләшеүҙәр үтте.  

Рәсми саралар сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы һәм «Danfoss A/S» компанияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм «Danfoss A/S» компанияһының башҡарма директоры Кристиансен Нильс Бьорн ҡул ҡуйҙы.

Килешеүгә Башҡортостан менән Danfoss араһында энергияны һаҡсыл файҙаланыу һәм бюджет өлкәһенең, торлаҡ фондының, иҡтисад тармаҡтарының, тәү сиратта, энергетика, капиталь төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарының энергетик һөҙөмтәлелеген күтәреү өлкәһендә хеҙмәттәшлек урынлаштырыу маҡсатында ҡул ҡуйылды. Документ Danfoss компанияһының энергияны һаҡсыл файҙаланыуҙа иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүгә булышлыҡ итеүсе заманса технологияларын Башҡортостанда индереүгә булышлыҡ итергә тейеш. Шулай уҡ килешеү Danfoss технологиялары нигеҙендә энергияны һаҡсыл файҙаланыу ҡорамалдары һәм быуындары производствоһын ойоштороуҙы, социаль тәғәйенләнештәге торлаҡ төҙөү программаһын тормошҡа ашырғанда энергияны һаҡлау технологияларын ғәмәлгә индереүҙе, Өфөлә “Энергетика яғынан һөҙөмтәле квартал” проектын тормошҡа ашырыуҙы, шул иҫәптән энергияны һаҡлаусы алдынғы комплекслы эшләнмәләр ҡулланып йылылыҡ менән тәьмин итеү һәм йылытыу системаларын ойоштороу концепцияһын эшләүҙе күҙ уңында тота.

Килешеүгә ярашлы яҡтар Danfoss компанияһының “Йылы йорт. Энергияны мөғжизәһеҙ һаҡлау” проектын берлектә эшләү башланғысын хуплай. Проекттың маҡсаты – торлаҡ биналарға һәм республика йәки муниципаль милектәге биналарға модернизация, реконструкция һәм капиталь ремонт үткәргәндә һыналған, иҡтисади яҡтан отошло энергияны һаҡлау технологияларын комплекслы ғәмәлгә индереү. Был проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн сит ил, шул иҫәптән Скандинавия банкылары средстволарын йәлеп итеү планлаштырыла, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.