Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

15 район эшсәндәре сәсеүҙе башланы

Иҡтисад

Башҡортостандың 15 районы ауыл хужалығы предприятиелары яҙғы сәсеүҙе башланы. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, Әлшәй, Баҡалы, Благовар, Бүздәк, Ғафури, Дәүләкән, Дүртөйлө, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Өфө, Саҡмағош һәм Шишмә райондары эшсәндәре тәүгеләрҙән булып сәсеү агрегаттарын баҫыуға сығарҙы.

Саҡмағош районында тупраҡ тигеҙ өлгөрә. Бында игенселәр 2,7 мең гектар майҙанда сәсеү үткәргән. Яҙғы сәсеүҙе районда йәмғеһе 62,2 мең гектарҙа үткәреү ҡаралған. Иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларына 37,4 мең гектар бүленгән, шуларҙың 2,6 меңе (7%) сәселгән. Әлегә район 2011 йылғы сәсеүҙә алдынғы урында тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть