4 декабрь, Йәкшәмбе

26 апрель 2011 йыл, 15:00

Республикала һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау стандартлаштырыуҙан башланасаҡ

автор: Ольга Мортазина

Медицина ярҙамы стандарттарын ғәмәлләштереү һаулыҡ һаҡлау системаһын модернизациялауҙың беренсе этабы буласаҡ. Уларҙа табиптың нимә эшләргә, пациентты нисек дауаларға тейешлеге аныҡ күрһәтелгән. Был хаҡта журналистар менән осрашыуҙа БР һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев хәбәр итте. Стандарттарҙы махсус медицина ғилми-тикшеренеү институттары әҙерләй.

— Программаның бөтөн суммаһының 60 проценты тиерлек тап ошо стандарттарҙы индереүгә йүнәлтелә. Ошо сумма сиктәрендә ярайһы ҙур өлөш медицина хеҙмәткәрҙәре хеҙмәтенә түләүгә барасаҡ. Тәү сиратта «Һаулыҡ» милли проекты сиктәрендә өҫтәмәләр алмаған белгестәргә. Уларҙың эш хаҡы уртаса 15 процентҡа артасаҡ, — тип хәбәр итте министр.