11 декабрь, Йәкшәмбе

26 апрель 2011 йыл, 14:01

Өфөләге «ИКЕА»ның июндә асылыуы ихтимал

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөләге «ИКЕА» сауҙа-күңел асыу комплексының быйыл июндә асылыуы ихтимал.  Был хаҡта 25 апрелдә журналистар менән осрашыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Юрий Пустовгаров хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, был гипермаркетта яҡынса бер айҙа тамамларлыҡ эштәр ҡалған.

— Бөгөн Ростехнадзор һәм инвесторҙар араһында үҙ-ара килешеп эш итеүҙең һөҙөмтәле системаһы ойошторолған, — тине вице-премьер. – Эш процесында бер ниндәй етди проблемалар ҙа юҡ.  

Ростехнадзорҙың, подряд ойошмаларының һәм «ИКЕА» етәкселегенең берлектә эшләй алмауы төҙөлөштөң оҙайлы ваҡытҡа һуҙылыуының төп сәбәбенә әйләнде. Был арала  Ростехнадзор башлығы алмашынып өлгөрҙө.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, уҙған йылдың 2 ноябрендә «ИКЕА» комплексында республика Президенты Рөстәм Хәмитов булып китте һәм күҙәтеү органдары менән компания алдында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә килеп тыуған хәлдәрҙе асыҡлау бурысын ҡуйҙы.  

Юрий Пустовгаров башҡа эре сауҙа объекттары менән хәлдәрҙең нисек тороуы хаҡында ла әйтеп үтте. Ул «Леруа Мерлен»ды файҙаланыуға тапшырыу буйынса эштәрҙең һуңғы стадияһына етеүен билдәләне. Яҡын арала Ростехнадзор комплексты ҡабул итергә тейеш. Әммә гипермаркет тулы кимәлдә эшләй башлаһын өсөн тағы бер аҙ ваҡыт кәрәк.

— Әле комплекс һатыусыларының 40 проценты башҡа төбәктәрҙә эшләй. Өфөлә 70 процент самаһы тауар тупланған, — тине вице-премьер.

«Ашан» гипермаркетына килгәндә, Юрий Пустовгаров, был объектты сафҡа индереү срогы ҡуртымға алыусыларҙың үҙҙәренән тора, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.  

темалар: төҙөлөш