5 декабрь, Дүшәмбе

26 апрель 2011 йыл, 13:14

Башҡортостандың маршрут автобусы халыҡ-ара автофестивалдә иң яҡшыһы тип танылды

автор: Любовь Колоколова

15 метрлыҡ НефАЗ-52998 ҡала автобусы 20-22 апрелдә Коломнала үткән «Автобустар донъяһы – 2011» IV халыҡ-ара автотранспорт фестивалендә иң яҡшыһы тип табылған. Был модель «Иң яҡшы маршрут автобусы» номинацияһында еңгән.  

«Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан экспозицияһы составында өс автобус була: VDL шассиһында НефАЗ-52999 турист автобусы, шулай уҡ VDL шассиһында өс күсәрле НефАЗ-52998 ҡала автобусы һәм НефАЗ-5299-11-33 ҡала яны автобусы. Был фестивалдә нефтекамалар беренсе тапҡыр ҡатнаша, һәм дебют ярайһы уңышлы булып сыға.

Ҡалған ике номинацияла бар донъяға билдәле брендтар — Setra турист автобусы һәм Mercedes-Benz микроавтобусы еңә.

Белгестәр фекеренсә, «Автобустар донъяһы» үҙебеҙҙең илдәге пассажир автобустары һәм компоненттары етештереүселәре өсөн дә, Европа компаниялары өсөн дә төп форумға әүерелә. Күргәҙмәлә донъяның 20 иленән йөҙҙән ашыу экспонент ҡатнашҡан. Бында Mercedes-Benz, Setra, Scania, MAN, Volkswagen, Ford, Iveco, Peugeot, EvoBus, Neoplan, Hyundai, Yutong, Higer, Solaris һәм башҡа донъялағы алдынғы етештереүселәрҙең автобустарының киң моделдәр рәте күрһәтелгән.