4 декабрь, Йәкшәмбе

26 апрель 2011 йыл, 12:00

БР Хөкүмәте хәйриә фондтары менән килешеүҙәр төҙөнө

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Хөкүмәте Социаль маҡсатлы программалар фонды йөҙөндә республика биләмәһендә эш алып барған хәйриә фондтары менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. «Система», Урал тау-металлургия компанияһы, «Урал» хәйриә фондтары менән килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.

Документтар Башҡортостанда адреслы хәйриә ярҙамы күрһәтеүҙә үҙ-ара килешеп эш итеүҙе ойоштороуҙы күҙ уңында тота. Яҡтар республикала социаль-мәҙәни һәм хәйриә проекттарын финанслау өлөшөндәге бөтә эштәрҙе лә бергәләп хәл итергә йөкләмә ала.  

Килешеүҙәр Башҡортостандағы социаль-мәҙәни проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙың һәм финанслауҙың аныҡ механизмдарын күҙ уңында тота. Аҡса күсереү схемаһы маҡсатлы финанслауҙың тулыһынса үтә күренмәлелеген һәм асыҡлығын тәьмин итә.

2011 йылда республиканың хәйриә фондтары уставта ҡаралған маҡсаттарға йәмғеһе 2,5 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтәсәк, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.