10 декабрь, Шәмбе

26 апрель 2011 йыл, 11:16

Өфөлә Бәҙри Мәмбәтҡоловтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған осрашыу ойошторола

автор: Тимур Рәхмәтуллин

28 апрелдә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында 112-се Башкавдивизия эскадроны командиры Бәҙри Мәмбәтҡоловтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған осрашыу үтәсәк.

Осрашыуға Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, данлыҡлы командирҙың туғандары һәм яҡташтары, мәктәп уҡыусылары һәм студенттар киләсәк.

Музей мөдире Илүзә Ғәйнуллинаның әйтеүенсә, был сара быуындарҙы туплауға, йәштәрҙе ватансылыҡ рухында тәрбиәләүгә, мәҙәниәт кимәлен күтәреүгә ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Йәштәр тыуған яҡ тарихы, Башҡортостан үҫешенә һиҙелерлек өлөш индергән кешеләр тураһында күберәк белә аласаҡ.  

Бәҙри Мөжәүир улы Мәмбәтҡолов ҡыйыу яугир ғына түгел, һәләтле педагог булараҡ та дан ҡаҙанған. Ул Сибай педагогия училищеһына нигеҙ һалған һәм уның беренсе директоры булған. РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Сибай һәм Баймаҡтың почетлы гражданы исемен алған.

Осрашыу 15 сәғәттә башлана.