Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикаға сауҙаһыҙ 80 мең тонна интервенция фонды игене бүленде

Иҡтисад

— 80 мең тонна интервенция фонды игене Башҡортостанға түбән хаҡ менән сауҙаһыҙ бүленде, — тине БР Хөкүмәтенең вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев. — Әгәр бер ай элек кенә фураж игененә хаҡ 7,5 мең тирәһе тәшкил итһә, хәҙер уны республика сауҙа үткәрмәйенсә 4,5 мең һумдан алды.

Министр әйтеүенсә, уны һатып алыуға республиканың 500-ҙән ашыу ауыл хужалығы предприятиелары 770 килешеү төҙөгән. 21 апрелдән ашлыҡ хужалыҡтарға тапшырыла башлаған. Бөгөнгө көндә иген Аҡкүл һәм Сибай элеваторҙарынан бирелә. Республика аграрийҙары 5 мең тонна самаһы иген алған. Был аҙнала ул Дәүләкән һәм Раевка элеваторҙарынан бирелә башлаясаҡ.

Игенде ситтән ҡайтарыу арҡаһында Башҡортостан биләмәһенә Африка туғуны инеүе хәүефе тыуа.

— Бойҙай карантиндағы райондарҙан килтерелмәһен өсөн, республика кимәлендә бөтөн саралар ҙа күрелә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Эрнст Исаев.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть