8 декабрь, Кесе йома

26 апрель 2011 йыл, 9:30

Башҡортостандың 818 меңдән ашыу халҡы өмәләрҙә ҡатнашты

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда экологик өмәләр дауам итә. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, территорияларҙы таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү сараларында республиканың 818 меңдән ашыу халҡы ҡатнашҡан. Йәмғеһе 11 меңдән ашыу техника берәмеге йәлеп ителгән. 18 мең тоннанан ашыу ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары йыйылған һәм полигондарға сығарып түгелгән.  

Экологик өмәләр дауамында 235 мең квадрат метр юл япмаһы ремонтланған. 19 мең погон метр самаһы ҡойма һәм бина фасадтары тәртипкә килтерелгән. 34 меңдән ашыу ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртылған. Илештәр йәшелләндереү буйынса алдынғы урында. Республиканың тап ошо районында өмәләр башланғандан алып 32 мең үҫенте ултыртылған.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының экологик хәүефһеҙлек бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта Башҡортостанда таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса эштәрҙең уртаса күләме билдәләнгәндең 30 процентын тәшкил итә.