4 декабрь, Йәкшәмбе

25 апрель 2011 йыл, 17:20

Дәүләкән районы игенселәре сәсеүгә сыҡты

автор: Ғәлиә Нәбиева

Дәүләкән районының дүрт хужалығы яҙғы сәсеүгә төштө. Баҫыуға эре ауыл хужалығы предприятиеларынын тыш, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ла сыҡты. «Аграр традициялар» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Регион-Агро» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, шәхси эшҡыуар Ғабдрахманов һәм «Рихтер» крәҫтиән-фермер хужалығы өс сорттағы һоло сәсеүҙе башланы.

— 50 мең гектарҙа быйыл иген культуралары сәселәсәк, — тине район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Рафаил Әхмәтйәнов. – Сәсеү майҙандары структураһын беҙ мал аҙығы культуралары файҙаһына үҙгәрттек. Мәҫәлән, кукуруз һәм судан үләне плантациялары ярайһы ныҡ — ике тапҡырға тиерлек артасаҡ.

Районда яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итеү буйынса проблема юҡ, ә ашламаларҙы әлегә ни бары 1000 тонна ғына ҡайтарҙыҡ – туплауҙы дауам итәбеҙ.

Ужымды туҡландырғандан һуң ҡайтанан сәсеү мәсьәләһе хәл ителәсәк. Ужым культуралары йәмғеһе 24 мең гектарҙы биләй, ә ҡайтанан сәсеүҙе 8 мең гектарҙа үткәрергә кәрәк.

— Ҡайтанан сәсеүгә иген орлоғо 3,5 мең гектарға етә, — ти Рафаил Әхмәтйәнов. – Ҡалған майҙандарҙы көнбағыш, күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үләндәр аласаҡ.