11 декабрь, Йәкшәмбе

25 апрель 2011 йыл, 16:14

Эрнст Исаев: «Башҡортостан игендең страховка фондын булдырасаҡ»

автор: Ғәлиә Нәбиева

— Быйыл беҙ республика элеваторҙарында игендең страховка фондын булдырасаҡбыҙ,— тине 25 апрелдә «Интерфакс» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында БР Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев. – Рәсәйҙең интервенция сәйәсәтенең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан ауыл хужалығы етештереүселәренән һатып алып, иген һаласаҡбыҙ. Үҙебеҙҙең запастарыбыҙ булырға тейеш.

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы башлығы быйылғы ашлыҡ уңышына прогнозды әйтеп ишеттерҙе. Сәсеү майҙандары структураһы буйынса йәмғеһе 1 миллион 850 мең гектарҙы ужым культуралары менән бергә иген биләйәсәк. Барыһы ла уңдырышлыҡтан тора.  

— Быйыл беҙ кәм тигәндә өс миллион тонна иген алырға тейеш. Һәм бының өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, — тип белдерҙе Эрнст Исаев. — Йыл һайын беҙ иген культуралары уңышын күтәреү өҫтөндә эшләргә бурыслы.

Бының өсөн тупраҡтың уңдырышлылығын күтәрергә — эзбизләү үткәрергә, минераль ашламалар ҡулланыуҙы арттырырға кәрәк. Министр бөгөнгө көндә насар хәлдә булған орлоҡсолоҡҡа етди иғтибар биреләсәген билдәләне.

— Иген культураларының уртаса уңышы республикала гектарынан кәм тигәндә 22-23 центнер булырға тейеш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Эрнст Исаев.