6 декабрь, Шишәмбе

25 апрель 2011 йыл, 15:00

Башҡортостан һыуһаҡлағыстарының барыһы ла тиерлек планлаштырылған кимәлдә һыу йыйған

автор: Галина Бахшиева

Республика һыуһаҡлағыстарының барыһы ла тиерлек ҡар иреү иҫәбенә һыу менән тулған. 24-25 апрелдә Нөгөш һәм Йомағужа һыуһаҡлағыстары тейешле күләмдә һыу йыйған. Башҡортостандың Урал аръяғы һыуһаҡлағыстары уҙған аҙнала уҡ тулғайны.  

Туймазы һәм Йәрмәкәй һыуһаҡлағыстары әлеге ваҡытта береһе – 96, икенсеһе 76 процентлыҡ күләмгә еткән.  

1959 йылда Ҡариҙел йылғаһындағы 36 метрлыҡ быуа арҡаһында барлыҡҡа килгән Башҡортостандың кеше ҡулы менән эшләнгән иң ҙур һәм иң матур диңгеҙе — Павловка һыуһаҡлағысына килгәндә,  ул 10 майға тиклем тулыһынса һыу менән тулырға тейеш. Бөгөнгө көндә Павловка һыуһаҡлағысы 75 проценттан ашыуыраҡ һыу запасы туплаған, тип хәбәр итте Кама бассейны һыу идаралығының БР буйынса һыу ресурсы бүлеге баш белгес-эксперты Әхтәм Ғәббәсов.