8 декабрь, Кесе йома

25 апрель 2011 йыл, 14:01

Ике район аграрийҙары яҙғы сәсеүгә төштө

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандың ике районы эшсәндәре ял көндәрендә сәсеү агрегаттарын баҫыуға сығарҙы. Мәләүез һәм Дәүләкән райондарында яҙғы сәсеү башланды.

Мәләүез районының Салауат исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы кампанияны борсаҡ сәсеүҙән башланы. Бөгөнгө көндә хужалыҡта 20 гектарға яҡын ерҙә ошо ҡуҙаҡлы культура сәселгән. Шуның менән бергә «Спринт-2» сортындағы һоло ла сәселә. Ул 60 гектарҙа сәселгән.

—Тупраҡ өлгөрөүенә ҡарап бөгөн-иртәгә райондың башҡа хужалыҡтары ла сәсеү кампанияһын башлаясаҡ, — тип «Башинформ» агентлығына баҫыу эштәре барышына аңлатма бирә Мәләүез районы хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Александр Баранов. – Ауыл эшсәндәре 80 процент майҙанда күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыуҙы һәм тырматыуҙы башҡарҙы.  Хәҙер бөтөн көстәр дым ҡаплауға йүнәлтелгән. Был агротехник алымды беҙ өс көндә үткәрергә тейешбеҙ. Параллель рәүештә ужым культураларын туҡландырыуҙы алып барабыҙ.

Яҙғы сәсеүҙе йәмғеһе 32 мең гектарҙа үткәрергә кәрәк, техник культуралар — 14,5 мең гектарҙы, картуф – 255, мал аҙығы культуралары 12 мең гектарҙы аласаҡ.

Ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, район хужалыҡтарында орлоҡ, яғыулыҡ-майлау материалдары һәм минераль ашламалар менән тәьмин итеү проблемалары юҡ, тип ышандырҙы. Бында ташламалы хаҡтар буйынса яғыулыҡ-майлау материалдарының апрель лимитын алып бөткәндәр. Предприятиеларҙың күбеһе ашламалар ҡайтарыу тураһында иҫәп-хисап биргән һәм республика бюджетынан сығымдарҙы ҡаплауға субсидиялар алған.