Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Дөйөм ҡала өмәһендә 130 мең өфөлө ҡатнашты

Иҡтисад

23 апрелдә Өфөлә үткән дөйөм ҡала өмәһендә 130 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына бер көндә 700 самаһы рейс эшләнгән.  Ете мең кубометр самаһы сүп-сар сығарып түгелгән. Дөйөм алғанда Өфөнө төҙөкләндереү буйынса өмәләрҙә 1100 махсус техника берәмеге файҙаланылған.

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең производство -техник бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡала ҡыш буйына йыйылған сүп-сарҙан ҡотолған. Ҡаланың урам-юл селтәре — юлдар, тротуарҙар һәм газондар әлегә 10 миллион квадрат метр майҙанда таҙартылған. Таҙартылған кварталдар араһы һәм ихаталар  территорияһы 12 миллион «квадрат» тәшкил иткән.

Сиратта Өфөнө 29 апрелдә үтәсәк ҡаланы таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса санитар йома көтә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть