4 декабрь, Йәкшәмбе

25 апрель 2011 йыл, 12:06

Өфө уҡыусыһы йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңде

автор: Эльмира Сабирова

39-сы Өфө гимназияһының туғыҙынсы класс уҡыусыһы Артем Рыжов Мәскәү өлкәһендә үткән йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса бөтә Рәсәй олимпиадаһында беренсе урын алды. Ул бөтөн Рәсәйҙән йыйылған тиҫтәләгән уҡыусылар араһында иң яҡшыһы тип табылды.  

Республиканан барған йәнә өс уҡыусы олимпиаданың призерҙары иҫәбенә инде. Улар араһында  – Стәрлетамаҡ районының Яңы Отрадовка ауылы мәктәбенән Алина Йәлилова, Стәрлетамаҡтың 1-се гимназияһынан Альбина Мәғизова, Ишембайҙың 12-се лицейынан Лидия Кочемасова, тип хәбәр иттеләр БР Мәғариф министрлығынан.

Ошо еңеүҙәре арҡаһында балалар илдең теләһә ҡайһы юғары уҡыу йортона ҡабул итеү имтиханын тапшырмайынса инә аласаҡ.  

Артабан Башҡортостан уҡыусылары инглиз теле, физкультура, физика, немец теле, география, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре, әҙәбиәт, математика, астрономия, тарих, экология буйынса олимпиадаларҙа үҙҙәренең белемен күрһәтәсәк.