Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы итеп Фәрит Ғилманов тәғәйенләнде

Сәйәсәт

22 апрелдә Салауат ҡалаһы ҡала округы Советы ултырышы булды, унда Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығын тәғәйенләү тураһындағы мәсьәлә ҡаралды.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса был вазифаға контракт буйынса Фәрит Ғилманов тәғәйенләнде.

Белешмә өсөн. Фәрит Фәррәх улы Ғилманов 1976 йылдың 8 февралендә Ишембай районының Ҡыҙыл Октябрь ауылында тыуған. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Санкт-Петербург янғын хәүефһеҙлеге институтын, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Дәүләт янғынға ҡаршы хеҙмәтенең Санкт-Петербург университеты адъюнктураһын тамамлаған. Педагогия фәндәре кандидаты.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1993 йылда БР Эске эштәр министрлығы Дәүләт янғынға ҡаршы хеҙмәте 2-се бүлегенең Салауат ҡалаһындағы 53-сө янғын һүндереү часы начальнигы урынбаҫары булып башлай.

2000 йылдан алып әлегә тиклем Рәсәй Эске эштәр министрлығы Дәүләт янғынға ҡаршы хеҙмәтенең 2-се бүлеге 36-сы янғын һүндереү часы начальнигы булып эшләй.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы миҙалдары менән бүләкләнгән, ошо уҡ министрлыҡтың “Янғын һағының иң яҡшы хеҙмәткәре” тигән билдәһенә эйә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть