10 декабрь, Шәмбе

22 апрель 2011 йыл, 16:01

Башҡортостан Медиадаһы-2011 пинг-понгтан башланасаҡ

автор: Дмитрий Слезин

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы» дәүләт унитар предприятиеһы һәм БР Журналистар союзы Башҡортостан республикаһының киң мәғлүмәт саралары араһында 2011 йылғы Медиаданы үткәреү тураһында иғлан итә.

Өҫтәл теннисы буйынса чемпионат беренсе һынау буласаҡ. Ҡатнашыуға заявкаларҙы media-smi-rb@mail.ru электрон йәшнигенә ебәрергә мөмкин.

Команда составы – бишәүҙән өс кешегә тиклем (запастағыларҙы ла өҫтәп; командала ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар нисбәте – теләк буйынса). Команда составына ҡарап турнир схемаһы раҫланасаҡ: командаларҙың беренсе һәм икенсе номерҙары матчтары, парлы осрашыуҙар йәки микст.  

Заявкалар 30 апрелгә тиклем ҡабул ителә.

Башҡа спорт төрҙәре буйынса турнирҙарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге беренсе этап – теннис буйынса чемпионат һөҙөмтәләренә ҡарап билдәләнәсәк.