11 декабрь, Йәкшәмбе

22 апрель 2011 йыл, 15:00

«Полиция» тигән алтаҡтаны беренсе булып Шишмә районы буйынса Эске эштәр бүлеге ҡуйҙы

автор: Ольга Мортазина | фото: Айгөл Шәкүрова

Шишмә районы буйынса Эске эштәр бүлеге өй туйланы. Йәмәғәт именлеге хеҙмәте  элекке сәнәғәт предприятиеһының ремонтланған бинаһына күсте. Ремонт менән Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығына район хакимиәте ярҙам итте. Хәҙер был республикала «полиция» тигән алтаҡта ҡуйылған беренсе бина.

— Бөгөн мөһим ваҡиға булды, ул муниципаль властың хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың сифатлы эшләүе менән ҡыҙыҡһыныуын күрһәтә. Район халҡы өсөн тәртип һаҡсылары менән күрһәтелгән хеҙмәт һәм ярҙам ҙур әһәмиәткә эйә. Әгәр полиция хеҙмәткәрҙәре яҡшы шарттарҙа эшләһә, бынан барыһы ла отасаҡ, — тип белдерҙе БР буйынса эске эштәр министры, полиция генерал-лейтенанты Игорь Алешин.

Полицейскийҙар өсөн иркен кабинеттар, бында килеүселәр өсөн киң холдар әҙер. Ремонт һигеҙ айҙан да әҙерәк ваҡыт эсендә үткәрелгән, тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.  

темалар: полиция