10 декабрь, Шәмбе

22 апрель 2011 йыл, 13:05

ВТБ Өфөлә Башҡортостан предприятиеларын 2 млрд һум самаһына кредитлаған

автор: Сергей Захаров

ВТБ банкыһының Өфөләге филиалы ағымдағы йылдың беренсе кварталында республика предприятиеларына дөйөм күләмдә 2 млрд һумлыҡ кредит биргән. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда өс тапҡырға күберәк.

— Беренсе квартал һөҙөмтәһенә, һис шикһеҙ, былтыр эшләнгән эш тә йоғонто яһаны, ул ваҡытта беҙ кредит портфеле күләмен дүрт тапҡырға арттырғайныҡ. Байрамдар һәм республика тормошонда ваҡиғалар күп булғанда, тиҫтә ярым килешеү һәм ғинуарҙан мартҡа тиклем Башҡортостан предприятиеларына бирелгән ике миллиард самаһы кредит – быны мин йылдың яҡшы башланыуы тип иҫәпләйем, — тип аңлатма бирә «Башинформ» агентлығына ВТБ-ның Өфөләге филиалы идарасыһы Алексей Самсонов.

Ул, кредит алған предприятиелар иҫәбендә эре етештереүселәр генә түгел, урта бизнес та бар, тип аныҡлап китте. ВТБ-ның Өфөләге филиалының корпоратив кредит портфеле әлеге ваҡытта 31 миллиард һум тәшкил итә.

Белешмә өсөн. Бөгөнгө көндә Башҡортостанда ВТБ (ВТБ банкы, ВТБ24) төркөмөнөң 14 сауҙа нөктәһе, шулай уҡ ВТБ-Страховкалау филиалы бар. Өфөләге ВТБ банкыһының клиенттар базаһында 800 самаһы корпоратив клиент иҫәпләнә.

Республиканың Милли банкы мәғлүмәте буйынса, Өфөләге ВТБ филиалы төбәк территорияһында эшләгән банктар араһында юридик шәхестәрҙең кредит портфеле күләме буйынса икенсе урында тора.

темалар: банк өлкәһе