7 декабрь, Шаршамбы

22 апрель 2011 йыл, 12:32

Өфөлә нанотехнологиялар һәм наноиндустрия үҫеше мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтә

автор: Любовь Колоколова

Өфөләге Конгресс-холда 22 апрелдә «Роснано» асыҡ акционерҙар йәмғиәте башлығы Анатолий Чубайс етәкселегендәге делегацияның рәсми визиты сиктәрендә ойошторолған нанотехнологиялар һәм наноиндустрияны үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтә.

Кәңәшмәлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, «Роснано» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идара рәйесе Анатолий Чубайс, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары Юрий Пустовгаров һәм Владимир Балабанов, БР сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Роберт Ваһапов, республиканың закондар сығарыу һәм башҡарма власы, эшлекле даирәләре һәм фәнни йәмәғәтселеге вәкилдәре ҡатнаша.

Визит сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы һәм «Роснано» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында Протоколға ҡул ҡуйыу тантанаһы үтәсәк. Ул Роснаноға тикшереүгә ебәреләсәк проекттар иҫәбен арттырыу өсөн республика ғалимдары һәм тикшеренеүселәренең инвесторҙар менән үҙ-ара хеҙмәттәшлеген яйға һалыуға булышлыҡ итәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Роснано делегацияһының Өфөгә визиты 21 апрелдә башланды. Анатолий Чубайсҡа Өфө дәүләт авиация техник университетында үткән күргәҙмәлә Башҡортостан предприятиелары һәм ойошмаларының наноиндустрия өлкәһендәге проекттары күрһәтелде. Мәскәү ҡунаҡтары «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә, «ЕСМ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә, Рәсәй фәндәр академияһының Юғары һығылмалы металдар проблемаһы институтында булды һәм унда инновациялы производстволар һәм проекттар менән танышты.