3 декабрь, Шәмбе

22 апрель 2011 йыл, 11:04

«Газпром нефтехим Салауат» һәм «Каустик» йәмғиәттәре араһындағы бәхәскә нөктә ҡуйылды

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Хөкүмәте Йортонда «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Каустик» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында этилен ташыу буйынса оҙайлы килешеүҙең төп шарттары мәсьәләләре буйынса Протоколға ҡул ҡуйылды.

Яҡтар яҡын арала өҫтәмә ваҡытҡа оҙайтыу мөмкинлеге менән биш йыллыҡ срокҡа иҫәпләнгән этилен ташыу буйынса оҙайлы килешеү төҙөү тураһында һөйләшеп килеште. Этилен ташыу күләме йылына 95 мең тоннанан кәм тәшкил итмәйәсәк, шул уҡ мәлдә  «Газпром нефтехим Салауат» этилен ташыуҙы йылына 100 мең тоннаға еткереү өсөн бар көсөн һаласаҡ.

— Беҙ «Газпром нефтехим Салауат» һәм «Каустик» йәмғиәттәре араһындағы электән килгән хужалыҡ бәхәсендә килешеүгә өлгәшелеүенә ҡәнәғәтбеҙ, — тип хәлдәргә аңлатма бирҙе БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш министры Владимир Балабанов. – Республиканың эре нефтехимия предприятиелары хеҙмәт коллективтарының тотороҡло эшләүен һаҡлап ҡалыу һәм уларҙы алдағы йылдарға эш менән тулыраҡ тәьмин итеүгә өлгәшеү был һөйләшеүҙәрҙең төп һөҙөмтәһе булды, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.