5 декабрь, Дүшәмбе

22 апрель 2011 йыл, 9:17

Рөстәм Хәмитов «ВТБ24» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Михаил Задорнов менән хеҙмәттәшлек мәсьәләһен тикшерҙе

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

21 апрелдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «ВТБ24» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Михаил Задорнов менән эш осрашыуы үткәрҙе.

Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, унда Башҡортостан Республикаһының ВТБ24 банкыһы менән хеҙмәттәшлеген артабан киңәйтеү мәсьәләләре тикшерелде.

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың банк хеҙмәттәре өлкәһендә алдынғы позицияларын тергеҙеүҙе мөһим бурыстарҙың береһе тип билдәләне.  

«Бының өсөн беҙҙең бөтә мөмкинлектәребеҙ ҙә бар», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.

Осрашыу башының стенограммаһы:

Р.З. Хәмитов: Һеҙҙе сәләмләүебеҙгә шатбыҙ. Һеҙ Өфөлә тәүге тапҡырмы?

М.М. Задорнов: Юҡ. Әле беҙ аралаш йомғаҡ яһайбыҙ. Дүрт йыл элек бында филиал асҡанда шиктәр бар ине, йәғни, беҙ бында һәм дөйөм алғанда бар ил буйынса баҙар өлөшөн яулауға бәйле үҙебеҙгә аныҡ маҡсаттар ҡуйҙыҡ, кәм тигәндә, кредитлау баҙарының 10 процентына эйә булырға. Һәм депозиттар баҙарының 6-7 процентын алырға теләгәйнек. ВТБ24 – үҙенсәлекле, ваҡлап һатыу һәм корпорация банкы ул. Беҙ 100 мең ҡала халҡына бер банк асырға теләнек. Өфөлә йыл башына һигеҙ банк ине, хәҙер тағы икәүҙе асабыҙ. Ғәмәлдә, Өфөнөң 100 мең халҡына, өҫтәүенә беҙҙә Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Октябрьский бар, быныһы тағы өс офис. Салауат тикшерелә. Һуңғы арала инфраструктура булдырылды. Һәм беҙ халыҡты кредитлау буйынса өсөнсө. Йыл дауамында икенсе урынға сығырға иҫәбебеҙ бар. Беҙҙә бизнес алып барыу үҙенсәлеге — 8 млрд. һумлыҡ кредит портфеле. Хәҙер 8,5-кә яҡынлашабыҙ. Депозиттар әлегә бишәү. Бында идарасыны әҙерәк шелтәләрбеҙ. Сөнки ярты йылда баҙарҙа әлегә ни бары 3,7 процент. Ләкин республика өсөн, асылда, де факто беҙ башҡа төбәктәрҙә йыйылған депозиттар менән республикалағы кредит портфелен финанслайбыҙ, был, нигеҙҙә, ғәҙәти күренеш. Шулай булғас, беҙ аралаш иҫәп-хисап эштәре менән бергә пландарыбыҙҙы тикшерергә теләгәйнек, республика властарының ниндәй теләктәре бар. Беҙ алдағы 3 – 4 йылға һеҙҙең менән пландарҙы сағыштырып тикшерергә теләйбеҙ.

Р.З. Хәмитов: Әйҙәгеҙ сағыштырайыҡ. Михаил Михайлович, визитығыҙ, республикала эшләгәндәрегеҙ өсөн тағы бер тапҡыр рәхмәт. Ысынлап та ошо 3 – 4 йылда аҙ эшләнмәгән. Мин банк берләшмәһе менән бәйләнештәрҙе өҙмәйем. Осрашабыҙ, бер нисә кәңәшмә үткәрҙек. Ярҙамсым һәм республиканың иҡтисади үҫеше буйынса вице-премьер Владимир Александрович Балабанов. Рөстәм Хәбиб улы – банкир. Минең иң яҡын ярҙамсыларым. Беҙ килешеп эшләйбеҙ. Хәлдәрҙе аңлап эш итәбеҙ.

Беҙ, үкенескә күрә, төрлө сәбәптәр буйынса республиканың иң ҙур, ҡеүәтле банкылары булған территория кеүек алдынғы позицияларын юғалтыуын да беләбеҙ. Ләкин булғаны булған. Алдынғылыҡты, төбәктә, Волга буйы федераль округында банкыларға бәйле хәлде тергеҙергә кәрәк. Айырыуса бының өсөн бөтөн нәмәбеҙ ҙә булғанда: беҙ эре республика, территория буйынса, халыҡ иҫәбе буйынса Волга буйы федераль округында иң ҙуры. Һәм, һис шикһеҙ, Рәсәй Федерацияһында ла иң эре төбәктәр араһында тәүге унау араһында. Шуға ла иҡтисадтың был өлкәһендәге бөгөнгө хәлдәр беҙҙе ҡәнәғәтләндермәй. Беҙгә иҡтисадыбыҙҙы финанслап еткермәүҙәренә, инвесторҙар йәлеп итеү ярҙамында яңы предприятиелар төҙөлөшөнә бәйле ҡайһы бер ҡатмарлы хәлдәрҙән сығырға кәрәк.

Шуға ла һеҙҙең менән эшләргә теләйбеҙ. Фекер алышырлыҡ мәсьәләләребеҙ бар. Тәҡдимдәребеҙ бар. Бына Владимир Александрович әйтеп бирер. Һеҙҙең дә тәҡдимдәрегеҙ бар. Тыңларға әҙермен.