4 декабрь, Йәкшәмбе

21 апрель 2011 йыл, 17:28

2011 йылдың сентябренә Башҡортостан уҡытыусыларының эш хаҡы 35 процентҡа артасаҡ

автор: Тимур Рәхмәтуллин

2011 йылдың сентябренә республика уҡытыусыларының эш хаҡы 35 процентҡа күтәреләсәк. Был хаҡта Дәүләт Йыйылышы Йортонда республика мәктәптәренең өлкән класс уҡыусылары менән осрашыуҙа Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдерҙе.

Спикерҙың әйтеүенсә, Башҡортостандың закон сығарыусылары мәҙәниәт һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәренең үҙ һәләттәрен һәм теләктәрен бойомға ашырыуға тейешле шарттар тыуҙырыу өсөн бар көсөн һала.

— Федераль власть органдары мәктәптәрҙең ремонт, компьютерҙар менән тәьмин итеү, библиотекаларҙы комплектлау кеүек матди-техник базаһы мәсьәләләрен үҙ өҫтөнә ала,— тип билдәләне Константин Толкачев. – Беҙ сарыф ителмәгән аҡсаларҙы уҡытыусыларҙың эш хаҡын арттырыуға йүнәлтәсәкбеҙ. Сентябрҙә уларҙың эш хаҡы 35 процентҡа юғарыраҡ буласаҡ.