Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.37 ↑

EUR 61.54 ↓

2 март, Кесе йома

Уфа   °

Өфө мэрияһы чиновнигы 2,5 млн һум ришүәт алғанда тотолған

Йәмғиәт

БР буйынса Эске эштәр министрлығының Иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш идаралығы хеҙмәткәрҙәре Өфө хакимиәте белгесен 2,5 млн һум күләмендә ришүәт алғанында ҡулға алған. Аҡсаны 30 йәшлек хеҙмәткәргә «Тимер юлсы» автогараж кооперативы вәкиле биргән. Ул белгестең автомобилендә тапшырылған. Алдан билдәле булыуынса, киләһе осрашыуҙа чиновник тағы ла ике миллион һум аҡса алырға тейеш булған. Был мәсьәләне хәл итеүҙә булышлыҡ иткәне өсөн аҡсалата бүләк. Ришүәт биреүсе Азатлыҡ урамындағы 260 гаражды һәм Пугачев урамындағы торлаҡҡа ҡарамаған бинаны файҙаланыуға тапшырыуға рөхсәт алырға теләгән.

Өфөнөң Эске эштәр бүлеге ҡарамағындағы Тикшереү идаралығында РФ Енәйәт кодексының 290-сы статьяһы («ҙур күләмдә ришүәт алыу») буйынса енәйәт эше асылған. Әлеге мәлдә чиновник ҡаланан китмәҫкә яҙма йөкләмә биргән, тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть