5 декабрь, Дүшәмбе

21 апрель 2011 йыл, 15:40

Бюджет өлкәһендә эшләгән ата-әсәләр балаһын лагерға ебәреү өсөн путевка хаҡының 10 процентын ғына түләйәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостанда бюджет өлкәһендә эшләгән ата-әсәләр балаһын йәйге лагерға ебәреү өсөн путевка хаҡының ни бары 10 процентын түләйәсәк. Быйыл муниципаль лагерҙа бер көн ял итеү 500 һумға төшәсәк, 21 көн, тимәк, 10 500 һум барып баҫасаҡ.

Бөтә төр милектәге башҡа ойошмаларҙа эшләгән ата-әсәләр 50 процентын түләргә тейеш буласаҡ.

Быйыл 95 ҡала яны лагерҙары, 37 шифахана һәм профилакторий, балаларҙы көндөҙгө ваҡытҡа ҡабул иткән 1600-ҙән ашыу үҙәк эшләйәсәк.  

Путевкалар хаҡы тураһында һөйләгәндә, шуны ла билдәләп үтәйек, санаторий төрөндәге лагерҙарҙа сумма тәүлегенә 582 һум 17 тин тәшкил итәсәк, ә мәктәптәрҙәге үҙәктәрҙә ике тапҡыр ашатыу менән – 70 һум 30 тин.  

Шулай уҡ бөтөн ерҙә лә  һәләтле балалар өсөн лагерь-слеттар, экспедициялар, ижади оҫтаханалар, йәйге мәктәптәр ойоштороласаҡ.

Йәйҙең өс айында ял итеү, һауыҡтырыу һәм мәшғүллектең бөтөн төрҙәренә 400 мең баланы йәлеп итеү планлаштырыла.

темалар: йәйге ял