5 декабрь, Дүшәмбе

21 апрель 2011 йыл, 15:00

Ер көнөндә Башҡортостанда «Парктар маршы» акцияһы башлана

автор: Галина Бахшиева

Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау эшендә бөтөн планета халҡын берләштереүҙе күҙ уңында тотҡан Халыҡ-ара Ер көнөндә – 22 апрелдә Башҡортостанда «Парктар маршы» республика тәбиғәтте һаҡлау акцияһы башланасаҡ. Экологик акция 1 майға тиклем дауам итәсәк.

Быйыл ул «Йәнле урмандар – уңайлы климат» девизы аҫтында үтә. Бынан тыш, акция урындағы халыҡты тәбиғәт һаҡлау эшмәкәрлегенә йәлеп итеүҙе һәм уларҙа тыуған яҡ тәбиғәтен һаҡлауға яуаплылыҡ тойғоһон уятыуҙы маҡсаты итеп ҡуя.  

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Парктар маршы» сиктәрендә урмандарҙы таҙалауға, урам һәм ихаталарҙағы сүп-сарҙы йыйыштырыуға, йәшелләндереүгә, инештәрҙе төҙөкләндереүгә, умырзаялар, ҡоштар һәм ҡырмыҫҡа иләүҙәрен һаҡлауға айырым иғтибар биреләсәк.