11 декабрь, Йәкшәмбе

21 апрель 2011 йыл, 13:43

22 апрелдә ӨДНТУ-ның поликлиникаһында күсмә ҡан алыу комплексы эшләйәсәк

автор: Эльмира Сабирова

22 апрелдә 9-ҙан 13 сәғәткә тиклем Өфө дәүләт нефть техник университетының архитектура-төҙөлөш факультеты (Менделеев урамы, 193) поликлиникаһында Республика ҡан алыу станцияһы ауыр хәлдәге пациенттар өсөн ҡан йыясаҡ.

Юғары уҡыу йортонан аныҡлауҙарынса, ҡан тапшырғандан һуң донорҙарға факультет ашханаһында йыл аш тәҡдим ителәсәк, шулай уҡ улар ике көнгә дәрестән бушатыласаҡ һәм компенсация сифатында 208 һум аҡса аласаҡ.  

Сараны «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы» Башҡортостан төбәк бүлексәһе, Республика ҡан алыу станцияһы, ӨДНТУ студенттары профсоюзы, Рәсәй Йәш ғалимдар союзының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе ойоштора.

темалар: анонс