4 декабрь, Йәкшәмбе

21 апрель 2011 йыл, 11:30

Роснано делегацияһы Өфөлә наноиндустрия өлкәһендәге проекттар күргәҙмәһе менән таныша

автор: Любовь Колоколова

Өфөгә идара рәйестәре Анатолий Чубайс етәкселегендә «Роснано» асыҡ акционерҙар йәмғиәте делегацияһы килде.  

Бөгөн «Роснано»  йәмғиәтенең Өфө дәүләт авиация техник университетына рәсми визиты сиктәрендә Башҡортостан предприятиелары һәм ойошмаларының наноиндустрия өлкәһендәге проекттары күргәҙмәһе үтә. Уның эше менән танышырға республика Президенты Рөстәм Хәмитов та килде. Төбәк башлығын БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Юрий Пустовгаров, БР сәнәғәт һәм ииновацион сәйәсәт министры Роберт Ваһапов, ӨДАТУ ректоры Морат Ғөзәйеров оҙатып йөрөй.

Күргәҙмә экспонаттарын ҡарағандан һуң Роснано делегация ӨДАТУ-ның тәржрибә хужалығы һәм университетта ойошторолоусы нанотехнологиялар үҙәге менән танышасаҡ.

Үҙәктең тулы исеме – Күләмле наноструктурланған материалдарҙы эшләп сығарыу һәм ҡулланылышҡа индереү буйынса төбәк-ара фәнни-техник (инжиниринг) үҙәге. Биомедицинала, автомобилдәр эшләүҙә һәм авиацияла, төҙөлөштә һәм башҡа тармаҡтарҙа ҡулланыуға тәғәйенләнгән иретмәләр алыу өсөн үҙәк хеҙмәткәрҙәре ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструкторлыҡ эштәрен башҡарасаҡ. Миҫал өсөн, бында үҙенсәлеге буйынса ҡатыштырылған ҡоростан яҡшыраҡ булған наноструктурланған ҡорос алыу технологияларын уйлап табыу һәм ҡулланылышҡа индереү эштәре алып барыласаҡ, артабан бындай ҡорос ныҡлы тимерсыбыҡтар һәм метиз продукцияһы етештереүҙә файҙаланыласаҡ.  

Проекттың потенциаль инвесторҙары араһында — «Росатом» дәүләт корпорацияһы һәм «Система» акционерҙар финанс корпорацияһы.

Үҙәк Өфөлә һәм Саров ҡалаһында эшләйәсәк.