9 декабрь, Йома

21 апрель 2011 йыл, 12:27

Өфөлә ҡала яны күсемһеҙ милкенә хаҡтар үҙгәрешһеҙ ҡалған

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Март айында Өфөлә ҡала янындағы йорттарға һәм коттедждарға уртаса хаҡ үҙгәрешһеҙ ҡалған. «Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре мәғлүмәте буйынса, бөтә йорттар, коттедждар һәм таун-хаустар буйынса уртаса хаҡ квадрат метрына 26,2 мең һум тәшкил итә.

Иң арзан йорт 1100 мең һум тора. Ул Кушнаренкола урынлашҡан. Майҙаны – 60 квадрат метр. Иң ҡыйбат күсемһеҙ милек объекты – Суровкалағы коттедж – 25 миллион һумға һатыла. Уның майҙаны – 430 «квадрат».

Ер участкаларына килгәндә, уларҙың уртаса хаҡы сутыйына 45,3 мең һум тәшкил итә. Бер айҙа ул 0,4 процентҡа төшкән.

Иң ҡыйбат участка Булгаков ауылында 1800 мең һумға һатыла. Ҙурлығы 45 сутый. Иң арзаны ла Булгаковтан тәҡдим ителә. Һигеҙ сутый ергә 200 мең һорайҙар.