4 декабрь, Йәкшәмбе

21 апрель 2011 йыл, 11:02

Башҡортостан юлдар төҙөлөшөнә федераль бюджеттан 2,5 млрд һумдан ашыу аҡса аласаҡ

автор: "Башинформ"

2011 йылда Башҡортостандың транспорт комплексы объекттарын төҙөүгә һәм реконструкциялауға федераль бюджеттан 2,583 миллиард һум йүнәлтеү планлаштырыла.

Был аҡсаның ҙур өлөшөн – 2,316 миллиардты — республика «2010-2015 йылдарға Рәсәйҙең транспорт системаһын үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһы буйынса аласаҡ. Шуның 305 миллионы «Граждандар авиацияһы» ярҙамсы программаһын тормошҡа ашырыуға, атап әйткәндә, «Өфө» халыҡ-ара аэропортында аэродром япмаларын яңыртыу һәм яҡтылыҡ-сигнал ҡорамалдарын алмаштырыу проектын эшләүгә тәғәйенләнгән.

«Автомобиль юлдары» ярҙамсы программаһын ғәмәлгә ашырыуға 2,01 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған. Ул М-5 «Урал» һәм М-7 «Волга» федераль автомобиль юлдарының Башҡортостан аша үткән участкаларын төҙөүгә һәм реконструкциялауға, шулай уҡ республиканың Саҡмағош, Стәрлетамаҡ, Әбйәлил, Мишкә, Бүздәк һәм Тәтешле райондары ауылдарына юлдар һалыуға йүнәлтеләсәк.  

«2009-2015 йылдарға Рәсәй Федерацияһының һауа хәрәкәтен ойоштороу берҙәм системаһын модернизациялау» маҡсатлы федераль программаһы буйынса Башҡортостан 2,4 миллион һум алырға тейеш. Был аҡсаны һауа хәрәкәте менән идара итеү средстволары комплексын реконструкциялау һәм техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу, Өфө аэропортында осоштарҙы һәм электр элемтәһен радиотехник тәьмин итеү буйынса проект эштәренә йүнәлтеү планлаштырыла.  

Бынан тыш, «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Рәсәйҙең яңы юлдары» проекты программаһы буйынса Өфө ҡалаһы урамдарын киңәйтеүгә республикаға 265 миллион һум бүленәсәк.

темалар: юлдар