6 декабрь, Шишәмбе

20 апрель 2011 йыл, 17:45

Башҡортостан һыуһаҡлағыстары ваҡытында туласаҡ

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда Көньяҡ Уралдағы һыуһаҡлағыстар яҙғы һыу менән  тулған. Әлеге ваҡытта Павловка, Нөгөш, Йомағужа, Туймазы һәм Йәрмәкәй һыуһаҡлағыстары һыу йыя.

Павловка һыуһаҡлағысы әлеге – 56 процентҡа, Нөгөш – 88 процентҡа, Йомағужа 74 процентҡа тиерлек тулған. Күптән түгел төҙөлгән Туймазы һәм Йәрмәкәй һыуһаҡлағыстары 98 һәм 62 процентҡа һыу менән тулыланған.  

Туймазы һыуһаҡлағысы сифатлы эсәр һыу менән Туймазы ҡалаһын, Йәрмәкәй һыуһаҡлағысы Октябрьский ҡалаһын тәьмин итәсәк. Әгәр Туймазыға тиклем һыу торбалары һуҙылған булһа, Октябрьскийға улар барып етмәгән әле.  

— Республикалағы бөтә һыуһаҡлағыстар ҙа беҙҙең менән килешелгән һыу тултырыу графиктары буйынса эшләй. Бар һыуһаҡлағыстар ҙа ваҡытында тулыланасаҡ, тип ышанабыҙ. Аҙ һыулы йыл көтөлә. Шуға ла яҙғы һыуҙы күберәк йыйып ҡалырға тырышабыҙ, ул беҙгә 80 процент йыллыҡ ағым һыу бирә, — тине «Башинформ» агентлығына Кама бассейны һыу идаралығының БР буйынса һыу ресурсы бүлеге баш белгес-эксперты Әхтәм Ғәббәсов.