9 декабрь, Йома

20 апрель 2011 йыл, 16:38

Баймаҡ районында законһыҙ рәүештә файҙалы ҡаҙылмалар табыу осрағы асыҡланған

автор: Галина Бахшиева

Баймаҡ районында дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙы лицензияһыҙ табыу осрағы асыҡланған. Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы инспекторҙарының хәбәр итеүҙәренсә, бер нисә участкала төҙөлөш ташын санкцияһыҙ табыу эштәре алып барылған. Таш сығарылған майҙан яҡынса бер гектарҙы тәшкил итә, сығарылған продукция күләме – 50 кубометр.

Киң таралған файҙалы ҡаҙылмалар табыуҙы ойошторған кеше асыҡланған. Был факт буйынса административ тикшереү үткәрелә.