5 декабрь, Дүшәмбе

20 апрель 2011 йыл, 14:44

Өфөлә Берләшмә илдәре ветерандар ойошмаларының Координация советы ултырышы үтә

автор: Марина Шумилова | фото: Андрей Старостин

Өфөләге Конгресс-холда БДБ дәүләттәре хөкүмәт башлыҡтары Советы ҡарамағындағы Яугир-интернационалистарҙың эштәре буйынса комитеты Координация советының ултырышы үтә. Унда Рәсәй, Белоруссия, Украина, Молдова, Әзербайжан, Армения, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Латвия, Литваның ветеран ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша. Ултырышта Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов, республика Хөкүмәте, БР Хәрби комиссариаты, ветерандарҙың йәмәғәт ойошмалары ағзалары ла бар.

Ултырыштың көн тәртибендә Комитет рәйесе, Советтар Союзы Геройы Руслан Аушевтың 2009 йылдың октябренән 2011 йылдың апреленә тиклемге осорҙа Яугир-интернационалистар эштәре буйынса комитет эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәрен бойомға ашырыу барышы һәм яҡын аралағы осорға бурыстар хаҡында доклады билдәләнгән.  

Ултырышта ҡатнашыусылар 2006-2010 йылдарҙа БДБ ағзаһы илдәрендә һуғыш ветерандары – локаль конфликттарҙа ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың ғаилә ағзаларының тормош сифатын күтәреү һәм медик-социаль ярҙамды артабан үҫтереү йүнәлештәрен, Концепция үтәлеше йомғаҡтарын ҡараясаҡ, 2015 йылға тиклем был өлкәләге пландарҙы билдәләйәсәк, Берләшмә дәүләттәрендә хәрби хәрәкәттәр ветерандарының социаль-хоҡуҡи хәлен яҡшыртыу буйынса закондар сығарыу инициативаларын тикшерәсәк. Шулай уҡ БДБ-ның тармаҡ хеҙмәттәшлеге органдары положениеһы һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең 20 йыллығына арналған саралар планы ҡараласаҡ.