11 декабрь, Йәкшәмбе

20 апрель 2011 йыл, 14:17

Инвесторҙар сусҡасылыҡ комплексы төҙөлөшөнә 12 млрд һумға тиклем аҡса һалырға әҙер

автор: Галина Бахшиева

«Разгуляй» төркөмө» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Башҡортостанда сусҡасылыҡ комплексы төҙөлөшөнә 10-дан 12 миллиард һумға тиклем аҡса һалырға әҙер. Төбәктә шәкәр производствоһын модернизациялау менән бер рәттән, был мәсьәлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың «Разгуляй» төркөмө» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Директорҙар советы рәйесе Рөстәм Мирғәлимов менән осрашыуында тикшерелде.  

— Беҙ республикала 400-500 мең башҡа иҫәпләнгән сусҡасылыҡ комплексы төҙөлөшө вариантын ҡарайбыҙ. Был проект сусҡалар үрсетеүҙән тыш, ит эшкәртеүҙе лә күҙ уңында тота. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 10–12 миллиард һум тәшкил итәсәк, — тип хәбәр итте Рөстәм Мирғәлимов.

Әгәр проект хуплау тапһа, инвесторҙар уны киләһе йылдың яҙында уҡ тормошҡа ашыра башлауға тотонорға әҙер.