10 декабрь, Шәмбе

20 апрель 2011 йыл, 14:00

Башҡортостан Президенты «Разгуляй» төркөмө менән шәкәр заводтарын модернизациялау мәсьәләһен тикшерҙе

автор: Галина Бахшиева | фото: Андрей Старостин

Республикала шәкәр етештереүҙе модернизациялау шаршамбы, 20 апрелдә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың «Разгуляй» төркөмө» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Директорҙар советы рәйесе Рөстәм Мирғәлимов менән осрашыуында тикшерелгән төп темаларҙың береһенә әйләнде.

Әлеге ваҡытта «Разгуляй» Шишмә шәкәр заводының хужаһы. Алдағы өс йылда уның етештереү ҡеүәттәрен ике тапҡырға арттырыу планлаштырыла. Предприятие ҡеүәттәрен арттырыуға һәм модернизацияһына инвестициялар 1,1 миллиард һум тәшкил итәсәк. Бынан тыш, әлеге ваҡытта «Разгуляй» төркөмө» асыҡ акционерҙар йәмғиәте республиканың башҡа шәкәр заводтарын һатып алыу варианттарын ҡарай.

— Башҡортостанды беҙ артабанғы инвестицияларыбыҙ өсөн төп төбәк кеүек күрәбеҙ, шуға ла республикала етди эшләргә әҙербеҙ. Бөгөн беҙҙең өсөн Республика Йортонда ишеткәндәрҙән иң мөһиме шул — Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ярҙам буласағы хаҡында әйтте. Был беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Тимәк, эшләйәсәкбеҙ,— тине Рөстәм Мирғәлимов.