8 декабрь, Кесе йома

20 апрель 2011 йыл, 13:21

Өфөгә Яугир-интернационалистар эштәре буйынса комитет делегацияһы килде

автор: Тимур Рәхмәтуллин | фото: Олег Яровиков

20 апрелдә Өфөлә БДБ дәүләттәре хөкүмәт башлыҡтары Советы ҡарамағындағы Яугир-интернационалистарҙың эштәре буйынса комитетының Координация советы ултырышы үтәсәк.  

Ултырышта ҡатнашыусылар иң тәүҙә Өфөнөң Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды.  

Артабан ҡунаҡтар Республика Хәрби дан музейына инде, унда Бөйөк Ватан, Афған һәм Чечен һуғыштарына арналған экспозициялар менән танышты, шулай уҡ һәләк булған һалдаттарҙың әсәләре менән осрашты. Руслан Аушев музейға Александр Ляховскийҙың «Трагедия и доблесть Афгана» тип аталған китабын, Афған һуғышы тураһында документаль фильмдар һәм йырҙар менән дискыларҙы, башҡа төрлө сувенирҙар бүләк итте.

Бынан һуң ултырышта ҡатнашыусылар ХХ быуаттағы локаль һуғыштарҙа һәләк булған Башҡортостандың хәрби хеҙмәткәрҙәре мемориалы — «Ҡайғырыусы әсә»гә сәскәләр һалды һәм Республика һуғыш ветерандары госпитале пациенттары менән осрашыуға йүнәлде.

Көндөң икенсе яртыһында Өфөләге Конгресс-холда Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендә ҡатнашыусы илдәрҙең хөкүмәт башлыҡтары Советы ҡарамағындағы Яугир-интернационалистар эштәре буйынса комитетының Координация советы ултырышы үтәсәк.  

Белешмә өсөн. БДБ дәүләттәре хөкүмәт башлыҡтары Советы ҡарамағындағы Яугир-интернационалистарҙың эштәре буйынса комитеты – Берләшмә илдәренең локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусылары эштәре буйынса үҙәк орган, ул шулай уҡ йәмәғәт ойошмаларының дәүләт структуралары менән бәйләнешен тәьмин итә. Комитет 1992 йылда СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Яугир-интернационалистар эштәре буйынса комитетының үҙгәртеп ҡоролоуы нигеҙендә ойошторолған. Ойошторолғанынан алып бөгөнгәсә Комитетҡа Советтар Союзы Геройы Руслан Аушев етәкселек итә.

Комитет эшмәкәрлеге һуғыш ветерандарының, локаль конфликттарҙа ҡатнашыусыларҙың, терроризм ҡорбандарының тормош кимәлен яҡшыртыуға булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тота. 1979-1989 йылдарҙа Афғанстандағы һуғыш барышында хәбәрһеҙ юғалған элекке Совет Армияһы хеҙмәткәрҙәрен эҙләү, һәләк булған һалдаттар ерләнгән урындарҙы табыу һәм уларҙың һөйәктәрен Тыуған илгә ҡайтарыу, шулай уҡ Афғанстандағы хәрби эшмәкәрлеге өсөн наградланған, әммә наградаһын ваҡытында алмаған хәрбиҙәрҙе асыҡлау Комитеттың өҫтөнлөклө бурыстарының береһе булып тора. Комитет локаль конфликттарҙа зыян күргән Дағстан, Төньяҡ һәм Көньяҡ Осетия, Ингушетия, Приднестровье, Тажикстан, Чечня халҡына, шулай уҡ стихиялы бәлә-ҡазаларҙан зыян күреүселәргә матди ярҙам күрһәтә.