3 декабрь, Шәмбе

20 апрель 2011 йыл, 12:09

Башгидромет синоптиктары елдең көсәйеүен фаразлай

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башгидромет синоптиктары көндөң икенсе яртыһында елдең секундына 15-20 метрға етеүен күҙаллай. Әле үк өйкөм-өйкөм булып ямғыр болоттары формалашыуы күҙәтелә, улар елдең көсәйеүе менән оҙатылып барасаҡ.

— Тотороҡһоҙ, һалҡын, ямғырлы һауа торошо аҙна аҙағына тиклем һаҡланасаҡ,— тине Башгидрометтың баш синоптигы Анна Козаева. – Көндәрҙең Башҡортостанда ялға ҡарай йылыныуы көтөлә.

темалар: һауа торошо