9 декабрь, Йома

20 апрель 2011 йыл, 11:57

Өфөлә 10 мең машинаның техник торошо тикшереләсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә бөтә үҙйөрөшлө техниканы генераль ревизия көтә. Предприятиелар, учреждениелар һәм граждандарға 10 меңдән ашыу машинаны тикшереүгә әҙерләргә кәрәк. Был хаҡта ҡала хакимиәте башлығында үткән оператив кәңәшмәлә Өфө буйынса Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы начальнигы Рифат Ҡорбанов хәбәр итте.

Тикшереү 30 июнгә тиклем барасаҡ. Өфөлә 1,5 мең самаһы трактор һәм шул сама уҡ тағылмалар, 5,5 мең юл-төҙөлөш машиналары, 1,7 мең ҡаргиҙәр тикшереләсәк.

Рифат Ҡорбанов һүҙҙәренсә, былтыр Өфөлә теркәлгән үҙйөрөшлө техниканың 68 проценты бындай тикшереүҙе уңышлы үткән. Өфө ҡалаһының Торлаҡ хужалығы идаралығы, «Өфөводоканал» муниципаль унитар предприятиеһы, Өфөнөң Дим, Совет, Ленин райондарының төҙөкләндереү буйынса район идаралыҡтары машиналарының торошо иң яҡшыһы тип табылған. Өфөнөң Киров районындағы «Асыҡ икмәк продукттары комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә һәм Калинин районындағы «Русджам Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә үткәрелгән техник тикшереү ҡәнәғәтләнерлек түгел тип билдәләнгән.