5 декабрь, Дүшәмбе

20 апрель 2011 йыл, 10:59

Ял көндәрендә 330 мең самаһы кеше өмәләргә сыҡты

автор: Галина Бахшиева

Уҙған ял көндәрендә Башҡортостандың 330 мең самаһы халҡы республика тораҡ пункттары территорияларын таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса сараларҙа ҡатнашты. Өмәләргә дүрт меңдән ашыу техника берәмеге йәлеп ителде. Сүплектәргә һәм полигондарға алты мең тоннанан ашыу ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сығарып түгелде.

«Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы ҡарамағында булған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондары экологик өмәләр үткәреү осоронда сүп-сарҙы бушлай ҡабул итә.

Экологик өмәләр барышында 128 мең квадрат метр юл япмаһы ремонтланды. Биш мең самаһы погон метр ҡойма, бина фасадтары һәм башҡа төрлө тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереү элементтары рәткә килтерелде. 16 апрелгә ҡарата республика территорияһын таҙартыу һәм төҙөкләндереүҙең уртаса күрһәткесе яҡынса 15 процент тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.