9 декабрь, Йома

20 апрель 2011 йыл, 10:02

Өфөләге Паралимпия үҙәге мәсьәләләрен хәл итергә әле лә һуң түгел

автор: Дмитрий Слезин | фото: Андрей Старостин

19 апрелдә Хөкүмәт Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә Паралимпиясыларҙың спорт әҙерлеге үҙәген төҙөү мәсьәләһе буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе.

Кәңәшмәлә Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, күреү һәләте буйынса инвалид спортсы Рима Баталова, «Луч» күреү һәләте буйынса инвалидтар үҙәге директоры Геннадий Дементьев, терәк-хәрәкәт аппараты зыян күргән инвалид спортсы, «Факел» дөйөм Рәсәй инвалидтар йәмәғәт ойошмаһының республика бүлексәһе етәксеһе Марат Йосопов, шулай уҡ БР Президенты Хәкимиәте Етәксеһе урынбаҫары Марат Мәрҙәнов, Хәкүмәттең вице-премьерҙары Сергей Афонин һәм Зөһрә Рәхмәтуллина, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев ҡатнашты.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Башҡортостандың баш ҡалаһы Паралимпия үҙәген төҙөү урыны итеп һайланды. Республикаға бындай хоҡуҡ иң элек уның паралимпиясыларының ҡаҙаныштары һәм хеҙмәттәре арҡаһында бирелде, улар араһында юғары титулдарға эйә спортсылар ҙа аҙ түгел.    

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никериндың билдәләүенсә, Рәсәйҙең Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министрлығына тәҡдим ителгән Үҙәк проекты илдә аналогы булмаған эш тип табылған. Әммә икенсе төрлө фекерҙәр ҙә бар.

— Беҙ проектты тикшерҙек һәм, бында спортсыларға етерлек кимәлдә иғтибар бирелмәйәсәк, тигән һығымтаға килдек. Әгәр Үҙәк ярыштар үткәреүгә тәғәйенләнгән икән, ул саҡта беҙгә күнекмәләрҙе ҡайҙа үткәрергә? — тип һорау бирҙе Рима Баталова.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Үҙәктең конструкцияһы бихисап һорауҙар тыуҙырыуын билдәләне. Атап әйткәндә, инвалид спортсыларҙың хәүефһеҙлеге: ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә (янғында, мәҫәлән) биналағы лифттар бикләнә, ә кешеләр был осраҡта тотҡон хәлендә ҡала.

Икенсе һорау. Үҙәк кем өсөн һәм нимә өсөн төҙөлә? Мөмкинлектәре сикләнгән спортсылар, Рәсәй йыйылма командалары өсөн юғары квалификациялы спортсылар әҙерләүгә баҫым яһалырға тейеш, ә ярыштар үткәреүгә түгел, тип иҫәпләй.

Никериндың әйтеүенсә, атап әйткәндә, Рәсәй спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министры Виталий Мутконың позицияһы шундай — тәү сиратта был ҡоролма паралимпиясылар өсөн, ләкин теләге булғандар ҙа унда спорт менән шөғөлләнә алырға тейеш. Киләһе мәсьәлә – Паралимпия үҙәге урынлашасаҡ урын.

Проектта ул «Ҡамышлы» паралимпия үҙәге тип билдәләнгән һәм уның баштан уҡ Затонда төҙөләсәге күҙ уңында тотолдо. Ләкин Рөстәм Хәмитовтың билдәләүенсә, был ҡарар уңышлы түгел – күренекһеҙ урын, ҡала үҙәгенән алыҫ, транспорт менән проблемалар бар.

— Уның исемен алмаштырыу Үҙәк төҙөлөшө мәсьәләһен хәл итеүҙе йәнә 12 айға тотҡарлаясаҡ, — тип иҫәпләй Өфө мэры Павел Качкаев. — Ә хәҙерге ваҡытта тәү сираттағы бурыс – объект төҙөлөшөн мөмкин тиклем йәһәтерәк башлау һәм уны иң ҡыҫҡа ваҡытта тамамлау.

Проект раҫланған. Уның хаҡы  2 млрд 227 млн һум. Ҡоролманың майҙаны 36 мең квадрат метр тәшкил итә. Был бигерәк «ҡыйбат уйынсыҡ», шуға ла аҡсаны уйламайынса тотоноп булмаясаҡ.

— Баштан уҡ ебәрелгән хата — Үҙәк проекты спортсы-инвалидтарҙың фекерен иҫәпкә алмай әҙерләнгән, — тип һығымта яһаны Президент. — Был, һәр хәлдә, әхләҡи яҡтан дөрөҫ түгел. Айырыуса республикала танылған һәм дәрәжәле паралимпиясылар күп булғанда. Шулай ҙа барыһын да үҙгәртергә әле лә һуң түгел.

Һөҙөмтәлә Рөстәм Хәмитов 30 апрелгә ҡәҙәр ике төп мәсьәләне хәл итергә ҡушты:

беренсеһе — 5-6 спортсы-паралимпиясынан торған төркөмдө йәлеп итеп, проектты – бөтөн биналар эсен һәм уларҙың күнекмәләр үткәреү өсөн уңайлылығын тикшерергә, һәм икенсеһе — Үҙәктең иң элек Паралимпия спорты өсөн тәғәйенләнеүен иҫәпкә алып, уның төҙөлөш урынын ҡайтанан ҡарарға.