Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө властары 50 һуғыш ветеранының торлағын ремонтлаясаҡ

Сәйәсәт

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 66-сы йыллығын билдәләр алдынан Өфөнөң ҡала бюджетынан ветерандар торлағын ремонтлауға 2,5 миллион һум бүленде. Был аҡсаға 50 ветерандың фатиры ремонтланасаҡ, тип күҙаллана. Был хаҡта ҡала башлығы Павел Качкаевта үткән оператив кәңәшмәлә әйтелде.

2010 йылда Еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеү сиктәрендә ҡала бюджетынан ветерандар торлағын ремонтлауға 10 миллион һум бүленгәйне. Был аҡсаға 340 фатир ремонтланды. Бынан тыш, ҡаланың депутаттар корпусы средстволарына һәм бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә лә ремонт алып барылды. Һөҙөмтәлә 2010 йылда 580-дән ашыу ветерандар фатирында ремонт үтте.

Әлеге ваҡытта ремонтҡа ярайһы күп заявкалар бирелгән. Шул уҡ ваҡытта уларҙың күбеһе ветерандарҙан түгел, ә уларҙың хәлле туғандарынан килә. Был осраҡта ҡала хакимиәте иҫкәртеүҙе кәрәк тип таба: ремонт финанс йәһәтенән дә, физик яҡтан да был эшкә көсө етмәгән яңғыҙ ветерандарҙың фатирында ғына үткәреләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть