Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан аграрийҙары баҫыу эштәрен башланы

Иҡтисад

Башҡортостандың ете районы аграрийҙары дым ҡаплауға төштө. 17 апрелдә Әлшәй, Баҡалы, Благовар, Ғафури, Дыуан, Ҡыйғы һәм Стәрлетамаҡ райондарында тырматыуға сыҡтылар. Республика буйынса йәмғеһе 1600 гектарҙа дым ҡапланған. Ә был эште 1 млн 327 мең гектарҙа башҡарырға кәрәк.  

Әйтергә кәрәк, был яҙғы баҫыу эштәренең тәүге агротехник сараһы.

Республиканың өс районында – Архангел, Ҡыйғы һәм Көйөргәҙелә — ужым культураларын туҡландырыуға тотондолар. 500 гектарҙағы сәсеүлектәргә азот ашламалары индерелгән. Параллель рәүештә Бүздәк, Ҡыйғы, Көйөргәҙе, Стәрлетамаҡ һәм Шаран райондарында күп йыллыҡ үләндәргә лә ашламалар индерелә башланы.  

Башланған ямғырҙар ауыл хужалығы техникаһын ваҡытлыса тотҡарланы. Әммә яуым-төшөм ер эшсәндәренә файҙаға ғына.  

— Яҙ быйыл заказ буйынса килгән кеүек, — тип «Башинформ» агентлығына яңы башланған баҫыу эштәренә бәйле комментарий бирә БР Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселектең прогрессив технологиялары бүлеге баш агрономы Таһирйән Мөхәмәтзиев. – Һөрөләсәк ер вегетация өсөн кәрәкле дым менән тәьмин ителде. Ямғырҙар ужым культуралары һәм күп йыллыҡ үләндәр үҫешенә бик яҡшы йоғонто яһай.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть