11 декабрь, Йәкшәмбе

19 апрель 2011 йыл, 13:07

Рөстәм Хәмитов сифат өлкәһендә Башҡортостан Президенты премияларын тапшырҙы

автор: Галина Бахшиева | фото: Андрей Старостин

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов 2010 йыл өсөн продукция (тауарҙар, хеҙмәтләндереүҙәр) сифаты өлкәһендә Башҡортостан Президенты премиялары лауреаттары булған ун өс предприятие вәкилдәренә наградалар тапшырҙы. Ҡатнашыуға йәмғеһе 30 конкурсант заявка биргәйне. Башҡортостан сифат өсөн премияға дәғүә итеү конкурсын күптән матур йолаға әйләндергән Рәсәй төбәктәренең береһе. Ошо йылдарҙа республиканың 87 предприятиеһы премияға лайыҡ булған.

Президент еңеүселәргә артабан да планканы төшөрмәүҙәрен теләне.  

— Беҙгә бындай предприятиеләр кәрәк. Һеҙгә ҡарайҙар, һәм беҙ һеҙҙең кеүек эшләргә бурыслыбыҙ, — тине Рөстәм Зәки улы.

Предприятиелар араһында ошоға оҡшаш ярыштар Татарстанда, Удмуртияла, Сыуашстанда, Ленинград өлкәһендә һәм Краснодар крайында ла үткәрелә. Төбәк конкурстарының төп маҡсаты – урындағы ойошмаларҙы илебеҙҙә 1997 йылдан башлап үткәрелгән Рәсәй Хөкүмәте премияһына дәғүә итеүгә конкурста ҡатнашыуға әҙерләү.

Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса бер юлы алты предприятие конкурс лидерҙары тип танылды. Был «Мәләүез тимер-бетон конструкциялар заводы», «Синтез-Каучук», «Нефтекама автозаводы», «Полиэф», «Почет билдәһе» орденлы Бәләбәй һөт комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, Нефтекама нефть колледжы.

Икенсе урынды «Авангард» федераль ҡаҙна предприятиеһы, Башҡортостан тармаҡ-ара институты һәм  «Башгипронефтехим» дәүләт унитар предприятиеһы үҙ-ара бүлеште.

Һәм, ниһайәт, өсөнсө урынға  «Башкортостан Республикаһының Нефть-химия эшкәртеү институты» дәүләт унитар предприятиеһы, «К-Лан» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Башҡортостан баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты лайыҡ булды.

2010 йыл өсөн продукция сифаты өлкәһендә Башҡортостан Президенты премияһы лауреаттары республика исеменән федераль кимәлдә лайыҡлы сығыш яһар, тип ышанабыҙ.