Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Йәштәр театры Төркиәгә халыҡ-ара балалар фестиваленә бара

Йәмғиәт

Башҡортостандың Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры «Little Ladies Little Gentlemen International Gildren`s» халыҡ-ара балалар театр фестиваленә бара. Ул 23-27 апрелдә Төркиәнең Анкара ҡалаһында үтәсәк.

«Башинформ» агентлығына Милли йәштәр театрының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был фестиваль Төркиәнең баш ҡалаһында етенсе тапҡыр ойошторола һәм театр йәмәғәтселегендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.  

Башҡортостан «Little Ladies Little Gentlemen International Gildren`s» фестивалендә беренсегә ҡатнаша. Конкурс программаһында Йәштәр театры башҡорт халыҡ әкиәттәре буйынса әҙерләнгән «Алтын балта» спектаклен күрһәтәсәк. Сәхнәгә ҡуйыусы режиссеры Илнур Муллабаев.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть