8 декабрь, Кесе йома

19 апрель 2011 йыл, 11:40

Башҡортостанда 130 мең гектарҙа ужым культуралары ҡайтанан сәселәсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостанда яҡынса 120-130 мең гектарҙа ужым культураларын ҡайтанан сәсеү көтөлә. Был күп йыллыҡ уртаса күрһәткес, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығының матбуғат хеҙмәтенән. Монолиттарҙы үҫтереп ҡарау һөҙөмтәләре буйынса райондарҙа агрономия хеҙмәте менән үткәрелгән ужым сәсеүлектәре торошон анализлау 161 мең гектарҙа (25%) сәсеүлектәрҙең — яҡшы хәлдә, 343 мең гектарҙа (52%) – ярарлыҡ һәм 152 мең гектарҙа (23%) насар хәлдә булыуын күрһәткән.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, ағымдағы йыл уңышына республикала 656 мең гектарҙа ужым культуралары сәселгән, шуларҙан ужым арышы – 519 мең га, ужым бойҙайы – 106 мең га, ужым тритикалеһы – 29 мең га.

Тупраҡта дым булмауы арҡаһында страховка культуралары көҙгөһөн артыҡ үҫә алмаған, айырыуса республиканың көньяҡ урман-дала зонаһында һәм Урал алды дала зонаһында үҫеш насар. Ә 34 мең гектарҙа ужым бөтөнләй шытмаған. Белгестәр, ҡарҙың ҡалынлығы арҡаһында сәсеүлектәр ҡышҡы һыуыҡты яҡшы үткәргән, тип билдәләй.

Әлеге мәлдә баҫыуҙар ҡарҙан әрселә, вегетация тергеҙелә. Ҡарҙан асылған сәсеүлектәрҙә ужым тәү ҡарашҡа яҡшы үҫкән кеүек, шулай ҙа уларҙың торошо тулыһынса апрель аҙағы – май башында билдәле буласаҡ.  

БР Ауыл хужалығы министрлығының агрономия хеҙмәте ужым культуралары үҫешенә ярҙам итерлек хәл иткес алым – яҙғы вегетация осоронда азот менән туҡландырыуҙы тәҡдим итә. Әйткәндәй, ашламаларҙы арзанайтыу өсөн республика ҡаҙнаһынан 200 миллион һум субсидия бүленгән.