4 декабрь, Йәкшәмбе

19 апрель 2011 йыл, 10:21

Башҡортостан профсоюздары профсоюз билетын дисконт карта менән берләштерҙе

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһы яңы өлгөләге профсоюз дисконт картаһы сығарылыуы хаҡында хәбәр итте.  

БР Профсоюздар федерацияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, яңы картаға махсус чиптар ҡуйылған, был уны пропуск сифатында ҡулланырға, шулай уҡ «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы автобустарында юл йөрөү өсөн түләргә мөмкинлек бирә. Картала эйәһенең фотографияһы булыуы арҡаһында уны профсоюз билеты урынына ҡулланырға мөмкин. Иҫке карталар яңыһына бушлай алмаштырыласаҡ.

«Профсоюз дисконт картаһы» проекты Башҡортостанда 2010 йылдың февраленән тормошҡа ашырыла. Был программала профсоюз ағзаларының барыһы ла ҡатнаша ала. Пластик карталары булған кешеләр магазиндарҙа, банктарҙа, автомәктәптәрҙә, туристик компанияларҙа, йәмәғәт туҡланыу предприятиеларында, халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеүсе башҡа төрлө ойошмаларҙа өс проценттан 20 процентҡа тиклемге күләмдә ташламалар ала. Профсоюз дисконт карталары Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Белоретта киң ҡулланылыш тапты. Әлеге ваҡытта проектта ҡатнашыусы компаниялар иҫәбе 150-гә еткән.

темалар: профсоюздар