Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙарында иң ҡыйбат фатир 20 млн һумға тәҡдим ителә

Иҡтисад

Уҙған аҙнала Өфөлә икенсел торлаҡҡа хаҡ 0,1 процентҡа артҡан һәм ул хәҙер квадрат метрына 46,44 мең һум тәшкил итә. Бер, ике һәм өс бүлмәле фатирҙарға хаҡтар 0,2 процентҡа күтәрелгән. Күп бүлмәле фатирҙар 0,1 процентҡа арзанайған.

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре белгесе Айгөл Степанова мәғлүмәте буйынса, әлеге ваҡытта иң арзан бер бүлмәле фатир ҡалала 1150 мең һумға тәҡдим ителә. Ул Шакша биҫтәһендә урынлашҡан, майҙаны 38 квадрат метр. Иң ҡыйбат фатир 20 миллион һум тора. Был Достоевский урамындағы биш бүлмәле фатирҙың майҙаны 202,4 кв. метр.

Иң осһоҙ бүлмәне М.Рыльский урамынан 650 мең һумға алырға мөмкин. Уның майҙаны — 14 квадрат метр. 19,7 кв. метр майҙанлы бүлмә иң ҡыйбат хаҡҡа һатыла — 1200 мең һум. Ул Рәсәй урамындағы йортта урынлашҡан.

Һатыуға ҡуйылған иң ҡиммәт коттедж 20 миллион һумға тәҡдим ителә. Аҡманайҙағы был йорттоң майҙаны -  450 квадрат метр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть