3 декабрь, Шәмбе

18 апрель 2011 йыл, 13:00

Көйөргәҙе районындағы социаль үҙәккә спорт залы талап ителә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Көйөргәҙе районына эш сәфәре барышында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль үҙәктә булды.  

Был мәғариф учреждениеһы эшмәкәрлеге ата--әсәләр ҡарауынан мәхрүм булған балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу һәм адаптациялауға йүнәлтелгән. Бөгөнгө көндә үҙәктә косметик ремонт башҡарылған, әммә уның спорт залы юҡ.