3 декабрь, Шәмбе

18 апрель 2011 йыл, 12:49

БР Президенты Көйөргәҙе районында машиналар ремонтлау паркында булды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Көйөргәҙе районына эш сәфәре барышында «Ремонтсы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды. 34 слесарь эшләгән предприятие КА-700 тракторҙарын һәм

КамАЗ йөк машиналарын ремонтлау һәм техник хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнә.

Бөгөнгө көндә яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек арҡаһында райондың фермер хужалыҡтарынан заказдар күбәйгән. Ләкин предприятие сығымдарын саҡ ҡаплай. Былтыр эштәр күләме 19 миллион һум тәшкил иткән, ә саф табыш – ни бары 500 мең һум.